

Ғәзиз әсә беҙгә ғүмер биргән,
Бүләк итеп яҡты донъяны.
Күкрәк һөтөн биреп, теләй-теләй:
"Бәхетле бул!" – тиеп, иманлы.
Йоҡоларын бүлеп, күпме төндәр
Керпек ҡаҡмай беҙ, тип уҙғандыр,
"Балаҡайым", – тиеп һөйә-һөйә,
Күкрәгенә алып ҡыҫҡандыр.
Ҡош балаларылай таралһаҡ та,
Көтәр кеше барҙа ҡайтайыҡ.
Әсә өсөн беҙ һәр ваҡыт бала,
Һағыш уттарына һалмайыҡ.
Ваҡыт бит ул көтмәй, әсәләрҙең
Түктермәйек тамсы йәштәрен,
Ҡурсалайыҡ ҡайғы-хәсрәттәрҙән,
Яңғыҙлыҡтан әсә йәндәрен.
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәкәйҙәр
Иҫән саҡта йышыраҡ ҡайтығыҙ,
Изгеләрҙән-изге доғаларын
Ишетергә һуңға ҡалмағыҙ,
Үкенестә тороп ҡалмағыҙ...
Тамара Солтанова-Собханғолова.