+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
6 Март 2023, 09:25

Яңы көн

Яңы көнгә яңы өмөт биреп

Яңы көн
Яңы көн
Яңы көнгә яңы өмөт биреп,
 
Балҡып килеп сыҡты ҡояшым,
 
“Аллаға шөкөр!”- тип көн башлайым –
 
Булып торһон көнөм, эш, ашым.

 
Ниндәй зәңгәр күктәр! Үлән йәшел!
 
Һандуғастар һайрай ярышып…
 
Ҡаймаҡ кеүек һауа! Донъя гүзәл!
 
Эх, йәшәргә әле ҡарышып!

 
Сиргә, ғәйбәттәргә, көнсөллөккә
 
Итеп тормам инде иғтибар,
 
Ана, ниндәй матур көнөм тыуҙы,
 
Яңы көнгә яңы өмөт бар!

 
Эй, Хоҙайым, рәхмәт, миңә тағын
 
Бүләк иттең яңы бер көндө,
 
Шөкөр итеп тамамларға яҙһын,
 
Тарихыма яҙып бөгөндө.

Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Фото: fotoload.ru
 
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: