+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
7 Март 2023, 11:55

Ғашиҡтар матур була

Һөйөү матур булғанғамы,

Ғашиҡтар матур була
Ғашиҡтар матур була

Һөйөү матур булғанғамы,

Ғашиҡтар матур була.

Мөхәббәтле ҡараштары

Гүзәллек менән тула.

 

Һөйөү серле булғанғамы,

Ғашиҡтар серле була.

Күңелдәре тик икеһе

Белгән сер менән тула.

 

Һөйөү көслө булғанғамы,

Ғашиҡтар көслө була.

Тауҙай торған ауырлыҡтар

Түмгәктәй төҫлө була.


Физәлиә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА.

Фото: nikolaev.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: