+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
9 Март 2023, 12:45

Ни мөғжизә икән был гүзәл зат!

Һеҙ үҙегеҙ - яҙ ҙа, наҙ ҙа, ҡуҙ ҙа,

Ни мөғжизә икән был гүзәл зат!
Ни мөғжизә икән был гүзәл зат!

Һеҙ үҙегеҙ - яҙ ҙа, наҙ ҙа, ҡуҙ ҙа,

Бишек бәүетеүсе тилбер ҡул да!

Ғүмер биргән, күпер үргән кеше,

Тоғро юлдаш тормош тигән юлда.

Ни мөғжизә икән был ҡатын-ҡыҙ!

Юҡтан бар яһаған илаһи зат!

Ожмах һеҙҙең аяҡ аҫтығыҙҙа,

Һеҙ бәхетле икән - донъя ла шат.

Ни мөғжизә икән был гүзәл зат!

Ҡарашығыҙ алып килә яҙҙар!

Һеҙҙең менән генә донъя күркәм,

Һеҙҙең менән бирелә Ергә наҙҙар.


Гөлназ ҠОТОЕВА.

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: