+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
13 Март 2023, 12:05

Балаларым

Балаларым
Балаларым

Төн ҡараһын алһыу таңға ялғап,

Таба алмай тыныр сараларын,

Мин үҫтерҙем һеҙҙе бәхет юрап,

Йөрәк ярып тапҡан балаларым.

Был донъялар гелән борсолдора,

Уйҙарымда ауыл-ҡалалары,

Ҡайҙа йөрөп, ниҙәр эшләһә лә,

Тик уңышлы булһын балаларым.

Ҡағылмаһын уҫал дауылдары,

Урап үтһен бәлә-ҡазалары,

Йөрәгемдә булыр ғүмер буйы

Күҙ нурымдай күргән балаларым.

Һеҙгә терәк булып йәшәр өсөн

Етһен генә ине самаларым,

Бар йәшәүем ерҙә  һеҙҙең өсөн,

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз балаларым.

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: