+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
16 Март 2023, 16:00

Сафуан ӘЛИБАЙ

Был донъяла бөтәһе лә матур,

Был донъяла бөтәһе лә матур,

Ҡабатланмаҫ иртә, кистәре;

Кешеләрҙе ҡалай матур итә

Матурлыҡты тойоу хистәре.

 
Йәм өҫтәнә йәмдәр өҫтәр өсөн,

Ҡанат ҡаға моңсол ҡоштары;

Тик матурлыҡ өсөн килә төҫлө

Яҙы, Йәйе, Көҙө, Ҡыштары.

Сығанаҡ:  “Беҙ бергә” төркөмө.

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: