-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
16 Март 2023, 11:35

Улыма

Улым, улым, һин дә үҫеп еттең,

Улыма
Улыма

Улым, улым, һин дә үҫеп еттең,

Миңә һаман бала булһаң да.

Индҽ үҙеңтормош юлдарынан

Ныҡлы аҙым мҽнән барһаң да.

 

Мин ҡайғырмайым һинең киләсәгҽңә,

Ысын ирҙәрсә һәр бер теләгең.

Һин - дауамы минең ғүмеремдең,

Ҡартлығыма ныҡлы тҽрәгҽм.

 

Раббым, Аллам, тәүбә, тәүфиҡтар бир,

Дошмандарҙан һаҡла баламды.

Иман нуры булһын күңелҽндә,

Һис күрмәһен ҡаты яраны.

 

Улым, улым, минең доғаларым

Юлдаш булһын ғүмҽр юлыңда.

Сыланмайса йөҙ әле һин яҙмыш

Диңгеҙҽнең һалҡын һыуында.

 

Ысын ир-ат булып йәшә доньяларҙа,

Тәрән эҙҙәр ҡалһын юлыңда.

Йөгө тулы тормош арбаһының

Дилбәгәһҽ булһын ҡулыңда.

Зәлиә НУРИӘХМӘТОВА.

Фото: Сәлимә Закирова фотоһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: