+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
18 Марта 2023, 04:35

Яҙғы юлда

Яҙғы юлдаЯҙғы юлда
Яҙғы юлда

Йөрөп ҡайттым әле бөгөн

Мин яҙғы юлдан,

Юл ситенән йырғанаҡтар

Йүгерә алдан.

Йырғанаҡтарға килешә

Сылтыр көлөүе,

Уларға дәрт-ҡеүәт биргән

Ҡояш һөйөүе.

Сихри көскә эйә була

Мөхәббәт шулай,

Ҡар һыуынан яратылып

Ҡапланған туғай.

Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА.

Фото: dach.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас