+18 °С
Дождь
VKOKTelegram
Шиғырҙар
22 Марта 2023, 12:20

«Бишле» таҡмаҡтары

Тиҙҙән яҙғы каникул башлана. Көндәлектәрегеҙҙә нисә «бишле»? Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың шиғырындағы һымаҡ, «бишле»ләр төшөгөҙгә инмәйме?

Гөлфиә ЮНЫСОВА

 

«БИШЛЕ»  ТАҠМАҠТАРЫ

 

Ике икең нисә булһын,

Ике икең биш була.

Бына шундай ялған бишле

Ялҡауҙарға иш була.

 

Икегә өстө ҡушһаң да,

Килеп сыға бер «бишле».

Тырышмағас, шул кәрәк, тип,

Үсекләп тора төҫлө.

 

«Өслө»ләр менән «дүртле»ләр

Ҡала ҡай саҡ күренеп.

«Бишле»не эләктерергә

Буйым етмәй үрелеп.

 

Уҡытыусым, йә, әйтегеҙ:

Мин кешенән кәмме ни?!

Кешенән кәм итмәҫ өсөн,

Бер «бишле»геҙ йәлме ни?!

 

Төшөмә инә «бишле»ләр,

Шатланып уянамын,

Төштә булһа ла күргәнгә,

Һикереп ҡыуанамын.

 

Бер саҡ «биш»тең ҡанатынан

Ҡайырып тотоп алдым.

Ҡош шикелле осоп китте,

Ҡул болғап тороп ҡалдым.

 

Сәмем дә бар, хәлем дә бар,

Ятһынма минән «бишле».

Көндәлегемә көн һайын

Һин ҡунырға тейешле!

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас