+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Шиғырҙар
22 Март 2023, 04:35

Рәхмәтлемен

РәхмәтлеменРәхмәтлемен
Рәхмәтлемен

Рәхмәтлемен һәр яңы көн өсөн

Тыныс ата алһыу таңдарым.

Хоҙай ҡушҡанына тоғро ҡалып

Уҙһын ине ғүмер йылдарым.

 

Имен йөрөһөндәр балаларым,

Туғандарым-кесе, ҙуры ла

Һаулыҡтарҙан бер ҙә айырмаһын

Ҡалдырмаһын кеше ҡулына...

 

Күңелемде биләй яҡты уйҙар

Бер кемгә лә теймәҫ яманлыҡ.

Ауыр һүҙҙәр -түбән күңелдәрҙә

Йөрәк итен өтөп алырлыҡ!

 

Шөкөр итәм Хоҙай биргәненә

Үҙ итмәйем байлыҡ, данын да.

Күңелемә моң-ауаздаш булған

Дуҫтар булһын ине янымда...

Минира БИКӘНӘСОВА.

Фото: www.b17.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас