+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
23 Март 2023, 09:35

Күңелдәрҙә изге уйҙар булһын!

Таң атҡанда бәхет теләп уянығыҙ -

Балағыҙға, туғандарға, күршеләргә!

Был донъяға тыныслыҡтар теләү кәрәк,

Яҡты күңел, һөйөү хисе кешеләргә!
 

Йәне ҡоро булғандарҙың һүҙе уҫал,

Матур йәнле кешеләрҙең йөҙө яҡты!

Мөхәббәткә тулы йәндәр — бәхет тулы,

Нәфрәт йыйған йән бәхете — ярым-ярты.
 

Кисерегеҙ дошмандарҙың яуызлығын,

Һөйөү хисе теләгеҙ һеҙ ҡырыҫтарға!

Иман юҡҡа йәндәр һалҡын, тар күңелдәр!

Йылы өләшһәң, яуыз йән дә тыныслана.
 

Яман һүҙ ул ағыу кеүек, көн дә тамһа,

Ҙур ағас та ергә ауыр ҡороп-сереп!

Бер яҡшы һүҙ, бер тамсы һыу кеүек,

Көн дә тамһа, ҡоро ағас тамыр бирер.
 

Изге уйҙар булһын йәндә таң атҡанда,

Изге теләк булһын ине кис ятҡанда.

Улар ғына нурҙар һибеп йылыта бит

Яманлыҡтан, яуызлыҡтан йән ҡатҡанда.

 

Флёра ШӘРИПОВА.

Фото: wallpapers

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: