+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
26 Март 2023, 07:30

Умырзая

Теткеләнеп бөткән күңелгенәм –

УмырзаяУмырзая
Умырзая

Теткеләнеп бөткән күңелгенәм –

Ҡарҙы тишеп сыҡҡан умырзая...

Йәнкәйҙәрең иҙелеп бөткән хәлдә,

Ерҙә ҡояш булып йәшәп ҡара!..

Ерҙә ҡояш булып йәшәп ҡара

Өшәгән дә түгел, туңған килеш!

Умырзая хәлен минән һора:

«Мин йәшәргә, йылмайырға тейеш!»

Ҡарҙы тишеп сыҡҡан умырзая –

Йәнең азатлығы өсөн көрәш.

Хәлгенәмде умырзая аңлар:

Йөрәгемде йырт та - ҡояш өләш...

Йөрәгемде йырт та - ҡояш өләш...

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.

Фото: fis.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас