+33 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
27 Марта 2023, 07:20

Матур булһын килер көндәребеҙ

Матур булһын килер көндәребеҙ

Матур булһын килер көндәребеҙМатур булһын килер көндәребеҙ
Матур булһын килер көндәребеҙ

Матур булһын килер көндәребеҙ,

Бәхет алып килһен һәр кемгә.

Именлектәр булһын илебеҙҙә,

Бәрәкәттәр килһен һәр өйгә.

 

Яҡты булһын атҡан һәр таңыбыҙ,

Һүндермәгеҙ күңел ҡояшын.

Яратҡандар, өҙөлөп һағынғандар

Һөйгәндәргә асһын ҡосағын.

 

Сәләмәтлек булһын йәндә, тәндә,

Бәхет нуры булһын күҙҙәрҙә.

Таҙа, ихлас булһын күңелебеҙ

Һәм йылмайыу булһын йөҙҙәрҙә.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Фото: kartinkin.net

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас