Бәхет һәр кемгә лә килер,
Күрә белергә кәрәк.
Туп ырғытып уйнағанда,
Йүгерә һинән күберәк.
Иртәнсәк тәҙрәнән ҡарай
Ҡояш нурҙары булып.
Кисәге ҙур мәшәҡәттәр
Ҡалалар кескәй булып.
Һәр кемгә лә бәхет килер
Аҡ болотҡа ултырып.
Ҡояш нурындай һибелер,
Ҡомдоң бөртөгө булып.
Бәхет һиңә гел йылмайыр
Йылмай һин дә күберәк.
Бәхет һәр кемгә лә килер –
Күрә белергә кәрәк.
Рәхимә Ғәйетбаева.