+33 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
30 Марта 2023, 06:15

Боҙҙар китә...

Боҙҙар китә. Селпәрәмә килә

Йылғаларҙың ҡышҡы торошо,

Ярһып аҡҡан һыуҙарҙа сағыла

Ҡайһы кешеләрҙең тормошо.

Эре боҙҙар вағын аяп тормай,

Киҫәктәргә ваҡлап тарата,

Аңламай шул, бәлки, иртәгәлер

Үҙе өсөн һуңғы таң ата.

Һис урын юҡ маһайырға шулай,

Мин көслө тип, шундай ғәйрәтле,

Гел еңеүҙән тормай, көслөнөң дә

Яҙмыштары була ғибрәтле.

Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА.

Фото: photographer.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас