+23 °С
Дождь
VKOKМакс
Шиғырҙар
31 Марта 2023, 10:50

Рамаҙан айы

Рамаҙан айыРамаҙан айы
Рамаҙан айы

Аяҡ баҫтыҡ тағы Рамаҙанға –

Мосолмандың иң изге айы!

Күңелдәргә иман нурын һибеп,

Ҡабатланып килә йыл һайын.

Талап итмәй бер кем ураҙаны –

Был һәр кемдең үҙе теләге.

Тотҡандарға ожмах түрен яҙыр –

Шул Аллаһтың оло бүләге!

Ураҙа ул  бик еңелдән түгел –

Кәрәк теләк, ихтыяр ныҡлығы.

Хаҡ мосолман шуны белеп йәшәй –

Аллаһтан ҙур көстөң юҡлығын!

Ошо айҙа тән һәм йән таҙара:

Саф нурыңды һипсе , Аллаһым!

Мәрхәмәтең күрһәт, ярлыҡасы,

Белеп–белмәй ҡылған гонаһым!

Изге Ҡөрьән алып ҡулдарына,

Уға текләп уйсан күҙҙәрен,

Мосолмандар көйләй пәйғәмбәрҙең

Тоғро һәм хаҡ әйткән һүҙҙәрен!

Матур үтһен Рамаҙан айы –

Боҙолмаһын тотҡан ураҙаң!

Бушҡа булмаҫ ошо күркәм айҙа

Үҙең теләп алған был ыҙаң!

Доғаларҙы Аллаһ ҡабул ҡылһын –

Үтәлһендәр ябай теләктәр!

Хоҙайымдың мәрхәмәтен тойоп

Талғын типһен сабыр йөрәктәр!

Ҡайҙа барһаҡ та, ни ҡы ҡылһаҡ та,

Иман нуры үтһен күңелдәргә.

Аллаһыбыҙ рәхмәтен һалһын

Ҡарап беҙҙең ҡылған ғәмәлдәргә!

Сынтимер ЮЛУЕВ.

Фото: rbsmi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас