+23 °С
Дождь
VKOKTelegram
Шиғырҙар
1 Апреля 2023, 09:30

Әхәт

Апрелдең бере бөгөн –

ӘхәтӘхәт
Әхәт

Апрелдең бере бөгөн –

Алдашыу, көлкө көнө.

Әхәт ағаһын алдарға

Уйлаған көнө-төнө.

 

Иртә таңдан тороп уйын

Ул тормошҡа ашырған:

Шәкәр ҡомо һауытына

Ап-аҡ ваҡ тоҙ тултырған.

 

Тултырған да шатлығынан

Урамға сығып сапҡан.

Йөрөй-йөрөй, арып-талып

Кире өйөнә ҡайтҡан.

 

Ҡайтыу менән онотолоп

Сәй эсергә ултырған.

Бокалына дүрт-биш ҡалаҡ

Шәкәр ҡомо тултырған.

 

Болғатҡан да... (Күрмәһәк тә

Сәйен һемергән мәлен...)

Аңлайһыҙҙыр, сәйҙе йотҡан

Әхәттең хәҙер хәлен.

– Ник эсмәйһең? – тип әсәһе

Малайына ҡараған.

Әхәттең ауыҙы яна –

Зиһене лә таралған.

 

– Р-р-рәхмәт! – тигән көскә Әхәт,

Бокалды этеп ҡуйған.

Шулай итеп, «шаян» Әхәт

Сәй эскәнсе үк туйған.

 

– Мин эстем бит, һин дә эс! – тип

Ағаһы әйтеп ҡуйған. –

Башҡаға соҡор ҡаҙыма,

Үҙең төшөрһөң, туған!

 

– Бөгөн – Көлкө көнө бит, – тип

Әхәт үпкә белдергән.

Ошо һүҙе менән үҙе

Тегеләрҙе көлдөргән.

 

– Афарин! – тигән әсәһе, –

Дөрөҫ һөйләйһең, Әхәт!

Көлөү – сәләмәтлек бит ул!

Көлдөрөүеңә рәхмәт!

Мөҙәрис МӨСИФУЛЛИН.
Дүртөйлө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас