

Сыйырсығым, килдеңме?
Көткәнемде белдеңме?
Их, ҡушылып йырлар инем,
Белһәм әгәр телеңде!
Икәү дуэт йырлар инек
Яңы көндәр тыуғанда.
Йырлау түгел, бейерһең дә
Тыуған ерҙә булғанда!
Үҙ өйөмә ҡайттым, тиеп,
Һайрап таңдан уяттың.
Мин дә һағынып ҡайттым шул,
Таңдарын тыуған яҡтың!
Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.
Өфө ҡалаһы.
Фото: bashinform.ru