+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
3 Апрель 2023, 04:50

Фатиха

ФатихаФатиха
Фатиха

Мин балама фатихалар бирәм,

Бәхеттәре булһын тормошта!

Яҡындары яндарында булһын,

Тик бәхетле булһын яҙмыштар!

Балаларға фатиха ла кәрәк

Донъя көтөр өсөн тормошта.

Әсә фатихаһы ҡурсып бара,

Аяп ҡала уны фәрештә.

Мин балама фатихалар бирәм

Матур йәшәү өсөн тормошта!

Шатлыҡтарың барыр юлдарына,

Зиһен-аҡыл бирһен һәр эштә.

Балаларым фатихалар менән

Еңел атлаһындар тормошта,

Яҙмыштарын аяп ҡалыр өсөн

Әсә фатихаһы яҡлар бар эштә.

Таңһылыу ШӘЙНУРОВА.

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас