БЕЛДЕГЕҘМЕ?
Өйгә бысранып инһәм дә,
Әсәй бер ни әйтмәне,
Ҡулға йылы һыу ҡойҙо,
Тамсы битәрләмәне.
Ул ғынамы, рәхмәт әйтеп,
Һөйөп ҡуйҙы арҡамдан:
Мин бит бөгөн ер ҡаҙыным,
Ултырттым миләш, балан.
Фото: celes.club