

ҠАРСӘСКӘ
Яҙ йырҙары йырлап, тирәктәргә
Оя ҡора ҡара ҡарғалар.
Шау-гөр килеп, йырғанаҡтар йырып,
Уйнап йөрөй бала-сағалар.
Ҡайындарға ҡара, әйтерһең дә,
Яҙ килеүен генә көткәндәр,
Йәп-йәш бөрөләре, морон төртөп,
Ҡалай һылыуланып киткәндәр.
Йәш бөрөләр шаулап япраҡ ярыр
Көлөп ҡояш сыҡҡан бер көндө.
...Өй(ө)рөлөп осоп йөрөгән була
Һуңғы ҡарҙың һуңғы бөртөгө.
Матур көнгә ул да бер йәм өҫтәй,
Тирә-яҡҡа ул да нур сәсә.
Бөтә донъя яҙға ҡыуанғанда,
Ни кисерә икән ҡарсәскә?!
Фото: vk.com