

Сыйырсыҡ йырын тыңланым
Бөгөн таңда,
Йырланы яҙ йырын миңә
Ҡунып талға.
Оло тойғо кескәй генә
Йөрәгендә,
Һағышланған сит ерҙәрҙә
Йөрөгәндә.
Әйтеп бөтмәҫлек хис барҙыр
Күңелендә.
Талпынып оса ул Тыуған
Ил күгендә.
Һағынғандыр тыуған ерҙе
Һәм мине лә,
Йылы яҙҙы көтөп алдыҡ
Беҙ, тине лә
Осоп ҡунды сыйырсығым
Башҡа талға,
Талпыналыр йөрәккәйе
Һәр саҡ алға.
Ҡурҡытмай ҡошсоҡто еле,
Һалҡын,ҡары.
Башҡалар ҙа ишетһендәр
Шул яҙ йырын.
Райхана ӘХМӘҘИЕВА.
Фото: birds.kz