+18 °С
Ясно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
7 Апреля 2023, 06:05

Яҙғы йөрәк

Рәшит НАЗАР

Яҙғы йөрәкЯҙғы йөрәк
Яҙғы йөрәк

Иртә яҙҙы һөйәм,

Иркә яҙҙы һөйәм,

Ер йәшлеген күрәм - һоҡланам.

Яҡты хистәр миңә

Татлы хистәр бирә, -

Мин шул хистәр менән туҡланам.

 

Берҙәм ҡанат ҡағып,

Ерҙән һәләт алып,

Кейек ҡаҙҙар ҡайта алыҫтан.

Тәнем сафлыҡ тоя,

Йәнем шатлыҡ йыя

Сыңлап үткән бер тауыштан.

Сумып яҡты йырға

Тулып аҡты йылға,

Тулҡын менән ябып үҙәнен.

Һәм шул йылға кеүек,

Илһамына күмелеп,

Ярһып типте яҙғы йөрәгем.

 

Фото: pomnim.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас