+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
10 Апрель 2023, 02:26

Был тиклем дә һағыныр икәнмен

Был тиклем дә һағыныр икәнменБыл тиклем дә һағыныр икәнмен
Был тиклем дә һағыныр икәнмен

Рафаэль САФИН

 

БЫЛ ТИКЛЕМ ДӘ ҺАҒЫНЫР ИКӘНМЕН

 

Ҡайтам тиеп күпме хыялландым –

Был тиклем дә һағыныр икәнмен!

Ялға ғына ҡайтып китеү нәмә,

Ялға ғына ҡайтыу етәме?

Баҫыр өсөн күңел ашҡыныуын –

Ҡайтыу кәрәк икән бер юлы.

Үҙ яғыма, тыуған ҡырҙарыма

Бер юлы тип ҡайттым был юлы.

Ҡайынлыҡтар буйлап үтһәм йырлап,

Шиғыр һөйләп үтһәм Әй буйлап,

Ғәжәпләнмәҫ, тимен, ауылдаштар,

Ғәжәпләнмәҫ, йүләр тип уйлап.

Был тик бары артыҡ ҡыуаныуҙан.

Һауаның һуң шундай шифаһын

Ҡайҙа һулап, ҡайҙа күргәнем бар

Ҡайындарҙың шундай зифаһын!

Һәр ҡыуаҡта бөгөн мин ҡунаҡта,

«Эс һыуымды, мә», – ти һәр шишмә.

Өндәшкәндәй була һәр бер сәскә:

«Беҙҙең янда ҡалсы, ҡал, китмә!»

Әй буйына төшһәм, шаян тулҡын

Әйтә кеүек: «Әйҙә, уйнайыҡ».

Ҡояш төшә һыуға: гүйә һыуҙан

Балалығым ҡарай йылмайып.

Балалығым... Эйе, мин бөгөн дә

Әйгә сумып, әҙер уйнарға,

Ҡайындарҙы барып ҡосаҡларға,

Йәш үләнгә ятып аунарға

Мин бөгөн дә әҙер. Әйтһә әйтһен

Күргән кеше минең турала:

«Уҡып-уҡып балиғ була алмаған

Бала икән дә был, әй бала».

Эйе, бала... Тыуған тәбиғәтен

Һөйөп туймаҫ мин бер баламын,

Эштә – оло. Ялда – тәбиғәттә

Бала булып тороп ҡаламын.

Бит мин шунда, шул ҡайындар менән

Бергә үҫеп, шунан киткәнмен.

Ҡайтам тиеп күпме хыялландым –

Был тиклем дә һағыныр икәнмен!

 

Әлфиә ВИЛДАНОВА фотоһы.

Фото: concours.nazaccent.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас