+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
11 Апрель 2023, 08:25

«Рәхмәт һеҙгә, мәрхәмәтле тупраҡ, Сәрмәсәндең яҡты һыуҙары...»

Һинең тыуған ерҙәреңдә булдым...

«Рәхмәт һеҙгә, мәрхәмәтле тупраҡ, Сәрмәсәндең яҡты һыуҙары...»«Рәхмәт һеҙгә, мәрхәмәтле тупраҡ, Сәрмәсәндең яҡты һыуҙары...»
«Рәхмәт һеҙгә, мәрхәмәтле тупраҡ, Сәрмәсәндең яҡты һыуҙары...»

Мостай КӘРИМ

 

* * *

 

Һинең тыуған ерҙәреңдә булдым,

Ерҙәреңдә  яҙҙың сыуағы.

– Һаумы һөйгәнемдең бала сағы?

Һаумы, уның үткән һуҡмағы.

 

Бына, бәлки, уның иң тәү баҫҡан

Эҙҙәренә баҫып киләмдер,

Башым эйеп, бәлки, уға йәштәш

Ҡайындарға сәләм бирәмдер.

 

Рәхмәт һеҙгә, мәрхәмәтле тупраҡ,

Сәрмәсәндең яҡты һыуҙары,

Туғайҙағы гөлдәр, талғын елдәр,

Ай яҡтыһы, ҡояш нурҙары,

Рәхмәт һеҙгә!

 

Уны һеҙ үҫтергән,

Йөрәгендә һеҙҙең йылығыҙ,

Күңелендә һеҙҙең иркенлектәр,

Күҙҙәрендә һеҙҙең нурығыҙ,

Эйе, ул бит һеҙҙең ҡыҙығыҙ.

 

– Һаумы, йәшлек! – тим мин, –

Әле беҙҙең

Иҫкермәгән икән танышлыҡ,

Нисә йылдар айырылышып торғас,

Бына ҡайҙа килеп табыштыҡ.

 

Миңә, гүйә, әле ун һигеҙ йәш,

Һыу кисмәгән, утта көймәгән,

Ҡайғыларым ҡайғырылмағандар,

Шатлыҡтарға ҡул да теймәгән.

Гүйә, таңда төшкән ысыҡмын,

Талпынырға торған ҡошсоҡмон.

 

Ләкин беләмен мин бер бөрөнөң

Ике ҡабат сәскә атмауын,

Күпме ашҡынһа ла, бер тулҡындың

Ике тапҡыр ярҙы ҡаҡмауын,

Иҫкән елдең кире ҡайтмауын

Беләмен мин.

 

Ә тау итәгенән

Шишмә сылтырай көнөн, төнөн дә,

Ана, ниндәй йәш ҡурпылар ҡалҡа

Буйға еткән ҡайын төбөндә.

 

Ҡыуанышып, ҡоштар бала осора, –

Ҡотлар инем, белһәм телдәрен!

Сәрмәсәндән ҡыҙҙар, көлөшә-көлөшә,

Һыуҙар ала, бөгөп билдәрен,

Өҙөлә икән үҙәге кемдәрҙең?

 

Минең йөрәктә лә шул уҡ ут бит,

Ул һүрелмәҫ, үҙем һүнмәһәм.

– Һаумы, беҙҙең йәшлек,

Ҡыҙ йәшлеге,

Ерҙең йәшлеге! – тип өндәшәм.

 

Резеда ВӘЛИЕВА фотоһы.

Фото: concours.nazaccent.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас