

Йәшәгәндә күберәк йылмайып ҡал,
Ҡосағыңа алып донъяны.
Ярат йылы яҙҙы ғына түгел,
Һыуыҡты ла,
Әйтһен әйҙә ғәләм,
"Ул һөйөүен биреп туйманы."
Йәшәгәндә, ҡояш булып балҡы,
Шундай күп бит янда моңһоуҙар,
Юғалғандар, юлда аҙашҡандар,
Үҙ-үҙҙәрен һаман тапмағандар...
Ә һин балҡыт күҙҙә йондоҙҙар!
Янған саҡта дөрләп, усаҡ кеүек,
Йыйылһындар һинең эргәңдә,
Бүлешһендәр уйҙар, йырҙар менән,
Бәлки үҙең яңы көй табырһың,
Шиғри юлдар биткә теҙгәндә.
Нәркәс ҠӘЙЕПҠОЛОВА.
Фото: content