+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
20 Апрель 2023, 06:30

Затлы кейем

Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА

Затлы кейемЗатлы кейем
Затлы кейем
Беҙҙең өйҙәге һандыҡтың

Өҫтө ҡорама юрған,

Өләсәйем һандығы ул,

Эсе сер менән тулған.
 

Бер көн өләсәйем әйтә:

- Килсе яныма, балам,

Милли кейем менән һине

Бер кейендереп алам.
 

- Бына был ҡашмау була, - ти, -

Мәрйенле баш кейеме.

Ҡәйнә ҡаршылай йортонда

Ҡашмау кейгән киленде.
 

Ә быныһы саф көмөштән,

Сылт-сылт итеп сылтырар,

Исеме – фирүзә ташлы

Көйәнтәле сулпылар.
 

Былары бына – һарауыс,

Ҡолаҡҡа – көмөш һырға,

Ынйы-мәрйенле маңлайса

Ҡушылып сыңлай йырға.
 

Аҡыҡ ташлы ҡаптырмалар,

Көмөш тәңкә – әмәйҙек,

Һәр бармаҡҡа ҡашлы йөҙөк,

Беләктә – ҡуш беләҙек.
 

Һоҡлана бит өләсәйем:

- Матур биҙәнде ҡыҙым,

Балҡып тора, көлөп тора

Ейәнсәрем, йондоҙом!
 
Фото: userapi.com
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас