

Һомғол буйлы, ҡара сәсле
Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары.
Йөҙҙәренән нурҙар балҡый,
Өтөп ала күҙҙәре.
Була наҙлы, була иркә,
Талапсан да була ҡай саҡта.
Була ҡырыҫ, була шаян,
Оялсан да була кәрәк саҡта.
Тәмле ризыҡ бешерәләр,
Йылы ойоҡ бәйләйҙәр.
Илебеҙгә терәк итеп
Ул, ҡыҙҙарын үҫтерәләр.
Ҡарап тормай башҡорт ҡыҙы,
Мин илаһи заттан тип.
Бесән саба, утын яра,
Елдәй елә атта ла.
Башҡорт ҡыҙҙарының сифаттарын
Яҙып ҡына түгел бөтөрлөк.
Эшкә әрһеҙ, телгә маһир
Халҡыбыҙҙың алтын бөртөгө.
Бына шундай башҡорт ҡыҙы
Һәр яҡтан да тап килгән.
Сая ла ул, зирәк тә,
Башҡорт тигән милләтән.
Мәүлиҙә ҠАШҠАРОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.
Фото: ufa.ru