+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
26 Апрель 2023, 12:24

Башҡорт кейеме

Әберкәле күлдәгемде кейеп...

Башҡорт кейемеБашҡорт кейеме
Башҡорт кейеме

Миңзәлә ХӘЛИЛОВА

 

БАШҠОРТ КЕЙЕМЕ

 

Әберкәле күлдәгемде кейеп,

Урамдарҙан үтәм! Дан булһын!

Ҡушъяулығым яҙып ябынайым,

Тәңкәләре сыңлап, моң тыуһын!

 

Ҡыҙыл ғына мәрйен хәситәмдең

Матурлығы күҙҙәр яуын ала.

Көмөш беләҙектәр беләгемдә,

Көмөш йөҙөк, сыңлай көмөш алҡа!

 

Әберкәләп теккән күлдәгемдең

Итәк осҡайҙары – йәйғор-таҫма!

Йәшел генә бәрхәт камзулымдың

Төҫө минең йөҙҙәремде аса!

 

Аяғыма кейгән итектәрем

Һикереп төшөп бейеп китерлек!

Башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейемдәре

Бар донъяны ғашиҡ итерлек!

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас