+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
26 Апрель 2023, 05:10

Доға ҡылам

Доға ҡыламДоға ҡылам
Доға ҡылам
Үҙем доға ҡылам, ә үҙемдең
 
Күҙҙәремдән тып-тып йәш тама...
 
Балалары өсөн һорағанда
 
Тулышалыр йәшкә һәр әсә.

 
Бала бармағына шырпы керһә,
 
Ҡаҙала ул әсә йәненә.
 
Иртән балаң йыраҡ сәфәр сыҡһа,
 
Кискә күңел уны һағына.

 
Ғәзизеңә берәр борсоу килһә,
 
Телгеләнә әсә йөрәге.
 
Балалары тик бәхетле булһын,
 
Һәр әсәнең изге теләге.

 
Улар өсөн доға ҡылған саҡта,
 
Аллаһынан ярҙам көтәһең.
 
Белә микән бала, әсәһенең
 
Доғалары һаҡлап йөрөтәһен?

 
Үҙем теләк теләйем, ә күҙемә
 
Йәш тулыша бара һиҙелеп.
 
Ҡабул итсе, Раббым, был доғамда
 
Балам өсөн һорайым өҙөлөп...

Гөлара ШӘРИПОВА.
Фото: opt.ru
 
 
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас