+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
28 Апрель 2023, 09:45

Бер үк сарыф итмәйек!

Бер үк Хоҙай кәмһетмәһен...

Бер үк сарыф итмәйек!Бер үк сарыф итмәйек!
Бер үк сарыф итмәйек!

БЕРҮК САРЫФ ИТМӘЙЕК!

 

Берүк Хоҙай кәмһетмәһен,

Кәм күрһә лә бүтәндәр.

Хоҙай тәүфиҡ бирһен ине

Кәм күңелле бүтәнгә.

 

Ыҡсымлығым Хоҙайымдан,

Хоҙайыма мең рәхмәт!

Йоға күрмәһен үҙемә

Көнсөллөк тигән зәхмәт.

 

Сабырлыҡ та Хоҙайымдың

Иң зиннәтле бүләге.

Шул зиннәтһеҙ, шул ҡиммәтһеҙ

Ҡыйыш булыр күләгәм.

 

Фани ғына был донъяла

Беҙ – мосафир, ҡунаҡбыҙ.

Мосафирға хаслыҡ түгел,

Хас фиғеле – тыйнаҡлыҡ.

 

Бер ынтылыш ҡына ғүмер,

Бер мәл генә көнкүреш.

Ғәзиз ғүмер – мәңгелектең

Ҙур һынауы – конкур(ы)с.

 

Миҙгел генә был ғүмерҙе

Берүк сарыф итмәйек.

Эшләнәһе ғәмәлдәрҙе

Берүк фарыз итәйек.

Берүк сарыф итмәйек!

 

Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.

Өфө ҡалаһы.

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас