+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
30 Апрель 2023, 04:10

Күңелдәрҙә булһын гел изгелек!

Яңы көндө ҡаршылаған мәлдә,

Күңелдәрҙә булһын гел изгелек!Күңелдәрҙә булһын гел изгелек!
Күңелдәрҙә булһын гел изгелек!

Яңы көндө ҡаршылаған мәлдә

Уйлаған уй булһын гел яҡты ,

Күңелдәрҙә булһын гел изгелек,

Шул сағында уҙыр көн яҡшы .

Көнләшеү һәм нәфрәт, уҫал уйҙар

Ҡараңғылай бары хистәрҙе .

Тыныс үтһә көндәр, үҙе рәхәт

Ҡаршылауы матур кистәрҙе.

Офоҡтарҙан ҡояш алһыуланып,

Күтәрелһен көн дә таңдарҙа ,

Алтын нурҙарының йылылығы ,

Яҡты хистәр керһен йәндәргә .

Һәр кем өсөн балҡый ҡояшыбыҙ ,

Өләшә ул нурлы наҙҙарын.

Аҡ бәхеттәр биҙәһендәр гел дә

Ғүмер сәскәһенең таждарын.


Гөлфиә ҒИЗЗӘТОВА.

Фото: mq2.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас