

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ
БӘПЕМБӘ
Әллә өстә инде, әллә дүрттә,
Булғанмындыр нисә йәшемдә;
Тик хәтерҙә ҡалған тәүге тапҡыр
Һине күргән мәлем, бәпембә!
Атылып килеп, һары тажҡайыңды
Кинәт ынтылғайным өҙөргә...
Һин мөлдөрәп ҡараның да миңә:
– Дуҫ булайыҡ, – тинең, ғүмергә!
Беҙ дуҫлаштыҡ... барса эс-серемде
Йәшермәйсә һиңә һөйләнем...
Ә һин миңә сәскә телдәреңдә
Сыңғыр-сыңғыр көйҙәр көйләнең!
Ғүмерем төшлөгө лә ауып бара,
Аҡ бәҫтәр бар сикә сәсемдә...
Ә һин һаман һис тә ғәм белмәгән
Сабый кеүек шатһың, бәпембә!
Фото: svetvest.ru