

Мин батыр ҙа түгел, йәнем,
Мин тик ғашиҡ батырлыҡҡа,
Мин матур ҙа түгел, бәғ(е)рем,
Мин тик ғашиҡ матурлыҡҡа.
Мин тапҡыр ҙа түгел, иркәм,
Мин тик ғашиҡ тапҡырлыҡҡа,
Ләкин миңә бер йылмайһаң,
Бер өндәшhәң, бер күҙ hалhаң,
Миңә күсә-
Тапҡырлыҡ та,
Матурлыҡ та,
Батырлыҡ та...
Фото: userapi.com