+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
5 Май 2023, 06:10

Зиннәттәрҙең һин иң ҡиммәте!

Зиннәттәрҙең һин - иң ҡиммәте!Зиннәттәрҙең һин - иң ҡиммәте!
Зиннәттәрҙең һин - иң ҡиммәте!

Тамырымда башҡорт ҡаны ҡайнай,

Башҡорт ере - тыуған урыным,

Тыңлап үҫте һәр бер күҙәнәгем

Ата- бабаларҙың йыр-моңон.

Тиртеп сығып данлы башҡорт ерен

Саф шишмәләр көнгә тартылған,

Сарсағанда шул шишмәләр һыуы

Күпме һыуһындарҙы ҡандырған!

Ҡарт ағастың бейек ботағында

Ҡоштар ҡорған ныҡлы оялар,

Төлкө, ҡуян, һомғол ҡоралайҙар

Хужа итеп үҙен тоялар.

Шау тәңкәнән кейенгән балыҡтар

Сиртеп уйнап байрам ҡоралар,

Ҡоштар өсөн ерем - үҙе сәхнә,

Гармунһыҙ ҙа йырын һуҙалар.

Башҡорт иле берҙәй һыйындырған

Үгәйһетмәй нисә милләтте!

Алыштырмам һине, ғәзиз ерем!

Зиннәттәрҙең һин иң ҡиммәте!

Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Миәкә районы, Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе.

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас