+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
7 Май 2023, 10:30

Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙғынам...

Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙғынам,

Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙғынам...Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙғынам...
Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙғынам...

Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙылым,

Ҡара күҙле муйылым.

Ҡара ҡашың ҡыйылып,

Ҡарап торам тыйылып.

Һин бит үҙең бер ҡурсаҡ,

Йән йылытыр нур-усаҡ!

Һин бит  бар донъя, йыһан,

Һиңә  мөғжизә һыйған!

Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙғынам,

Йән ярама-наҙғынам...

Тартып алырҙай тыным,

Иң гүзәл минең һыным!

Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙғынам,

Сит-яттарҙан ҡыҙғанам.

Мөхәббәтле, бәхетле бул,

Сәскә атыр яҙғынам!

Айзилә МОРТАЕВА.

Фото: Гөлкәй Ҡыуатова сәхифәһенән.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас