+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
7 Май 2023, 04:15

Яҙҙың бер көнөндә

Мостай КӘРИМ

Яҙҙың бер көнөндәЯҙҙың бер көнөндә
Яҙҙың бер көнөндә

Юҡ болоттоң әҫәре лә,

Күк йөҙө шундай аяҙ.

Йәм-йәшел үлән - ер өҫтө,

Ер өҫтөндә йылы яҙ.

 

Иртәнге елдәр тын ғына

Тал ботаҡтарын ҡаға,

Япраҡтарға төшкән ысыҡ

Ялтырап ергә тама.

 

Ҡаяла бөркөт ҡағынып

Ҡанатын ташҡа һуға,

Көн буйы күккә йөрөргә

Тәгәрәп ҡояш сыға.

 

Фото: pomnim.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас