+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Шиғырҙар
8 Май 2023, 04:20

Барығыҙға теләйем мин бәхет

Барығыҙға теләйем мин бәхет

Барығыҙға теләйем мин бәхетБарығыҙға теләйем мин бәхет
Барығыҙға теләйем мин бәхет

Барығыҙға теләйем мин бәхет,

Кемдәр уҡый ошо юлдарҙы.

Сәләмәт һәм татыу ғаилә булып

Үҫтерегеҙ ҡыҙҙар,улдарҙы!

 

Йөрәгегеҙ йылылығын тойоп,

Янығыҙҙа булһын туғандар,

Ҡояш нурын һирпеп бар донъяға

Тыныс атһын һеҙҙең һәр таңдар.

 

Тормош әҙерләгән имтихандар,

Үтелһен тик бары "бишле"гә,

Күңелегеҙҙе сағылдырған күҙҙәр

Нур өләшһен һәр бер кешегә...

Гөлкәй ҠЫУАТОВА.

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас