

Бир һин миңә, яҙмыш, барын да бир:
Көндөҙ — ҡояш, төнөн айын бир,
Борма-борма барыр юлымды бир,
Юл ситенә ап-аҡ ҡайын бир.
Ҡайғырырға ҡара ҡайғымды бир,
Шатланырға яҡты шатлыҡ бир,
Иң яратҡан ауыр эшемде бир
Һәм эшемә ҡарап ҡашыҡ бир.
Йылы яҙҙар, уҫал ҡыштар бир,
Ҡыштарҙан да уҫал дуҫтар бир.
Дуҫтарымдың ҡәҙерен белер өсөн
Дуҫтарымдан күберәк дошман бир.
Ғүмер буйы янып-көйөр өсөн
Мөхәббәт бир... Бөгөн бирәлмәһәң,
Иртәгә бир — көтөрмөн.
Тик береһен дә ярым ярты бирмә,
Бөтөнләйгә бир һин — бөтөнөн.