+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
12 Май 2023, 10:30

Иң ҡәҙерле

Хәсән НАЗАР

Иң ҡәҙерлеИң ҡәҙерле
Иң ҡәҙерле

Ҡояшым бөркөлә күктә,

Һыуҙар эркелә ерҙә.

Болонда сапсан ҡолондар,

Тауҙарым, гүйә, түрҙә.

Ҡымыҙ еҫе һауаларҙа,

Бал тәме йүкәлектә.

Аһ, ғәзиз төйәгем минең,

Елкетә һәр тәүлектә.

Сыңрап ятҡан сабынлыҡтар,

Баҫыуҙар... Берләм юлдар...

Илаһи моңға сорнаны

Һеҙҙә сыныҡҡан йылдар.

Аҫабалыҡты үҫтерҙе,

Төҫ бирҙе тыуған тупраҡ.

Таулыҡай тирәктәрендә

Сәләмләне һәр япраҡ.

Аһ, ғәзиз ерҙәр!.. Ғүмерҙең

Үтәһен беләм хәҙер...

Инде яңы быуын һиндә

Көндәрҙән күрһен ҡәҙер.

Күңелдә, һаман күңелдә —

Ауыл, сәхрә, туғайлыҡ.

Был — иң ҡәҙерле хәтирә,

Был — тиңе юҡ туғанлыҡ.

 

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас