+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
16 Май 2023, 04:25

Яҙғы моңдар

Күңелдәргә илһам өҫтәй,

Яҙғы моңдарЯҙғы моңдар
Яҙғы моңдар

Күңелдәргә илһам өҫтәй

Гөл-сәскәле майҙың йәме.

Таш ярһа ла, көнгә үрләй,

Яҙҙарҙа бар йәшәү сәме.

 

Һаумы, таңым,тыуыр көндөң

Именлеген һорап торам.

Йән өрөргә ҡошсоғона

Ҡарлуғастар оя ҡорған.

 

Елпеп ҡыйғас ҡанаттарын,

Ҡый(ы)лып оса ярҙан ярға.

Ғүмер башлап ауаз һалған,

Тауышынан сабыйҙарҙың -

Тормош дауам итә ерҙә,

Хоҙай бирһен сабырлығын.

 

Бар булмышым тыныслыҡҡа 

Сарсап ҡына торған сағы.

Моңға тулы күңҽлҽмдә

Хис ташҡыны-уйым ағы.

Рәйлә ХИСМӘТУЛЛИНА-ХОҘАЙБИРҘИНА.

Фото: adonius.club

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас