

Бер-беребеҙҙән йылмайып,
Иҫәнлектәр һорайыҡ.
Йылмайыуҙы, йылы һүҙҙе
Изгелеккә юрайыҡ.
Кеше күңеле бик йомшаҡ,
Иғтибарға урайыҡ.
Һәр бер һүҙҙе, һәр теләкте
Изгелеккә юрайыҡ.
Күңел ҡалдырырлыҡ һүҙҙе
Шаяртыуға борайыҡ,
Өгөттәрҙе, кәңәштәрҙе
Изгелеккә юрайыҡ.
Күпме кеше яныбыҙҙа-
Ярҙам итеп торайыҡ.
Иткән, алған ярҙамдарҙы
Изгелеккә юрайыҡ.
Һаҡлайыҡ бер-беребеҙҙе,
Күңелдәрҙе ҡырмайыҡ,
Матур эштәр эшләйек тә,
Изгелеккә юрайыҡ!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Фото: almode.ru