+9 °С
Облачно
VKOKМакс
Шиғырҙар
22 Мая 2023, 07:35

Еҙ ҡыңғырау сыңлай һуңғы тапҡыр...

Еҙ ҡыңғырау сыңлай һуңғы тапҡыр

Добавить в предпочтительные источники Google
Еҙ ҡыңғырау сыңлай һуңғы тапҡыр...Еҙ ҡыңғырау сыңлай һуңғы тапҡыр...
Еҙ ҡыңғырау сыңлай һуңғы тапҡыр...

Еҙ ҡыңғырау сыңлай һуңғы тапҡыр

Сиртеп күңелдәрҙең ҡылдарын.

Күҙ алдымдан үтә бала сағым,

Онотолмаҫ алтын йылдарым.

 

Гүйә, бәхет юрап һәммәбеҙгә

Гөлдәр шау сәскәгә күмелгән.

Эй моң түгә йырсы һандуғасҡай,

Дәрттәр һалып беҙҙең күңелгә.

 

Остаздарҙың йөҙө бер аҙ моңһоу,

Ҡошсоҡтарын улар осора.

Ышанығыҙ, һеҙҙең фатихала

Һынатмабыҙ яңы осорҙа!

Ю.ӘХМӘТЙӘНОВА.

Фото: city.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас