

Әллә инде төпкө аңдан килә,
Әллә инде эстән, йөрәктән,
Әллә инде тамырҙарҙа ҡайнап,
Тупланғандай була беләктә?!
Ҡурай моңо ишетелеп ҡалһа,
Субырлап та тама күҙеңдән.
Ҡылҡумыҙҙан тарихтарға елә...
Ҡасып буламы ни үҙеңдән!
Тик бер хәбәр ишетелеп ҡалһын
Ошо милләт, халыҡ хаҡында -
Уйҙар яугир булып тупланалар,
Мең хеҙмәткә егеп аҡылды!
Тик бер һөйләм ишетелеп ҡалһын
Сит ерҙәрҙә туған телемдә,
Тоям Салауаттың, Вәлидиҙең
Баҫып торғанлығын эргәмдә!
Тынғы бирмәҫ моңло бер көй кеүек,
Йырлы доға кеүек асманда,
Ошо тойғо көндө биләп алһа,
Заман сире беҙҙән ҡасҡандай!
Йәшәй алмайым, ти, ул яуҙарһыҙ,
Йәшәй алмайым, ти, тотҡонда!
Һиҙәһеңме, йөрәгеңде тыңла,
Ғәлам дөрләтерлек ут унда!
Уралында - арҡа- атайсалы,
Күктәр үҙе биргән паспортты!
Милли тойғо рухың яндырамы
Егерме беренсенең башҡорто!?
Сығанаҡ һәм фото: vk.com