+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
29 Май 2023, 04:50

Йөрәгем ҡылдары

Йөрәгем ҡылдарыЙөрәгем ҡылдары
Йөрәгем ҡылдары

Йөрәгемдең ете ҡылы бар

Бәйләнгән ул ете есемгә:

Ата-әсәмә, тыуған илемә,

Тупрағыма, утым, һыуыма,

Һулар һауам, ғәзиз еремә!

Ҡайһы ғына ҡылын тартһам да,

Барыһынан дәртле моң аға.

Йәшәү көсө, ижад көсө бирә,

Этәрә ул мине илһамға...

Ата-әсәмдән башҡа минең өсөн

Булмаҫ ине йәшәү был ерҙә.

Белмәҫ инем оло тормош тигән

Ҙур китаптың серен мин берҙә.

Бәхетлемен, байлыҡ-муллыҡ ере-

Башҡортостанымда тыуғанға!

Бөйөк дәүләт-еңелмәҫлек Рәсәй

Тыуған илем минең булғанға!..

Күпме ғүмерем ситтә үтһә лә,

Күңелем тарта тыуған тарафҡа.

Киҫелгән бит шунда кендегем,

Кендек ҡаным һеңгән тупраҡҡа.

Һаман әле яна усаҡта

Ата-әсәм ҡабыҙған утым!

Ер күкрәген йыртып ағып ята,

Көмөш һыулы, мин эсәр һыуым!

Ә һауаның инде иң-иң сафы

Беҙҙең генә гүзәл яҡтарҙа!

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз тыуған ерем,

Һине данлай таңда ҡоштар ҙа!

Йөрәгемдең ете ҡылы бар,

Барыһы ла бергә бәйләнгән!

Күңелемдә минең урын алып,

Илаһи бер көскә әйләнгән!

Розалия ВАҺАПОВА-МӘХМҮТОВА.

Фото: tendencii.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас