Яҙҙың шәрбәтле кәсәһе
Яртылаш ҡалды.
Бәпембәләр ҙә ҡояшлы
Таждарын һалды.
Йәшел генә, ыуыҙ ғына
Булһа ла майым,
Теләһә лә тапмаҫ инде
Ҡалырға яйын.
Китә май, сирень еҫтәре
Ҡалды һауала.
Таңда китте, урынына
Йәйҙе ҡоҙалап.
Йәй уятыр йоҡобоҙҙан,
Йылы, ҡояшлы.
Сәскәле майҙы ай ғына
Үбеп оҙатты.
Хуш майым, сәскәле яҙым.
Килерһең тағын.
Йәренгә һине күрергә
Доға ҡылайым.
Гөлзифа ИСРАФИЛОВА.
Фото: pinimg.com