+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Шиғырҙар
1 Июнь 2023, 07:15

Балама

БаламаБалама
Балама

Тормошома йәм биреүсе

Һин ул, балам.

Утҡа-һыуға һалыусы ла

Һин ул, балам.

 

Өйҙәремдең йәме-ҡото

Һин ул, балам.

Ҡото бөтә, йәме китә,

Һин булмаһаң.

 

Ғүмеремдең дауамы ла

Һин ул ,балам.

Бөтә уйым, бөтә ғәмем

Һиндә, балам.

 

Утта-һыуҙа тотоусы ла

Һин ул, балам,

Һинең бәхет  минең бәхет

Икән, балам.

Гәүһәр ВАҺАПОВА.

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас