+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
1 Июнь 2023, 09:00

«Барайыҡсы бөгөн ҡуҙғалаҡҡа...»

Нурылғайын Ғатаулла ҡыҙы Мансурова Учалы районының Байрамғол ауылында 1928 йылда тыуған.

«Барайыҡсы бөгөн ҡуҙғалаҡҡа...»
«Барайыҡсы бөгөн ҡуҙғалаҡҡа...»

Әбйәлил районының Рәхмәт ауылына кейәүгә сығып, әлеге көндә улдарының, ҡыҙҙарының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәләренең иғтибарын тойоп бәхетле ғүмер итә.

Нурылғайын Ғатаулла ҡыҙының тыуған көнө Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә тура килә. Ҡул эштәренә оҫта инәй шиғырҙарҙы яттан һөйләүе менән дә йәш быуынға үрнәк.

 

Әнисә ТАҺИРОВА

 

ТАНҺЫҠ АШ

 

«Барайыҡсы бөгөн ҡуҙғалаҡҡа,

Онотҡанда танһыҡ аш булыр.

Бәлешен дә уның һағындырған,

Салатынан күңел асылыр».

 

Күршеләрҙең ошо саҡырыуы

Күңелемә бик тә килеште.

Тәбиғәттең иркен ҡосағында

Беҙҙең һәр беребеҙ өлөшлө.

 

Ҡуҙғалаҡтар, әскелт ҡуҙғалаҡтар,

Гүйә, устарымды өтәләр.

Тормошомдоң борма юлдарынан

Бала саҡҡа алып китәләр.

 

...Өс көн инде бала ауыҙына

Бер тәғәм дә ризыҡ ҡапмаған.

Хәйер, ҡайҙан ризыҡ?

Әпәкәйҙең

Валсығы ла өйҙә ҡалмаған.

 

Әсә, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә,

Ураны ла ҡаҙан тирәһен,

Ниҙер өмөт иткән балаһына

Һалған булды үлән өйрәһен.

 

– Аша, балам...

Бала һүҙһеҙ генә

Ситкә ҡуйҙы алған ҡалағын.

Әйтерһең дә, шул саҡ аҡтарҙылар

Әсә йөрәгенең яраһын.

 

Әйтерһең дә, быуған ғазаптары

Ташҡын булып ярһып асылды.

Сабырлығын юйып әйтте әсә:

«Ашап бөтөр хәҙер ашыңды!»

 

Бала, ғәжәпләнеп,

Әкрен генә

Ҡулға ҡабат алды ҡалағын.

Үҙе әсәһенә өнһөҙ генә

Шундай итеп төбәп ҡараны.

 

Мең ғазаплы әсә сыҙаманы,

Бәләкәсен алды ҡосаҡҡа.

Бала күңелендә уйылып ҡалды

Йөрәк ярғыс һүҙҙәр шул саҡта:

 

«Һүнәһең бит, балам, аша, зинһар,

Икмәк юҡ бит, ҡайҙан алайым?!

Көсләп булһа ла һин, балам, аша,

Ялғанғандай булһын тамағың!..»

 

Ҡуҙғалаҡтар, әскелт ҡуҙғалаҡтар,

Йөрәгемә улар ҡуҙ һала.

Минең янда ҡуҙғалаҡтар йыя

Зәңгәр күҙле шаян ҡыҙ бала.

 

Эй, бәлеше уның тәмле, ти, ул,

Бешерәйек әле, әсәйем!

...Бала хәтерендә ҡуҙғалаҡтар

Тик танһыҡ аш булып йәшәһен.

 

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: