Ғәжәп бөжәк был серәкәй,
Үҙе шундай бәләкәй.
"Сем" иттереп семтеп алһа,
Әйтерһең дә:"Әләкәй!"
“Без-без”, – тип әйтмәй икән,
Серәкәй осҡанында.
Ә ҡанаты тауыш бирә,
Йыш елпеп ҡаҡҡанында.
Аптырарһың, бар йөҙ күҙе,
Тик күрмәй бер ни төҫтө.
Һыу буйҙарын үҙ итә лә,
Йәшәрһә ерҙең өҫтө.
Нәсимә ҒАЙСИНА.
Әбйәлил районы.