+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
5 Июнь 2023, 21:50

Тормош бит ул...

Тормош юлы балам, һикәлтәле,

Тормош бит ул...
Тормош бит ул...

Үрҙәре бар уның, үрләрһең.
Тик кешелек сифаттарын һаҡла,
Һынауҙары булыр гүрҙәрҙең.

Текә тауға менгәс, һин таянған
Таяғыңды алыҫ ташлама.
Оло һүҙен тыңлап бөтмәйенсә,
Үҙ һүҙләнеп хәбәр башлама.

“Һоп”, – тимә һин балам һикергәндә,
Тоймаҫ элек ерҙе аяғың.
Үрҙәр бейек, кире тәгәрләһәң,
Кәрәк булыр менгән таяғың.

Кенә ҡыума берүк, кенәселек,
Эс-бауырҙы буяй ҡараға.
Тормош һынауҙары булып хатта,
Көнсөл заттар керер араға.

Хәрәм малдан, хәләл ризығыңды,
Өҫтөн ҡуйып өйрән һин, балам.
Һәм онотма, баш тартһа ла дуҫтар,
Һиңә мәңге әсәй булып ҡалам.

Хаталарың, хафаларың менән,
Шатлыҡтарың менән яратам.
Көнөн-төнөн, сәғәт-минут һайын,
Балаҡайым, тиеп йән атам.
Аҡыл бирә тиеп асыуланма,
Ғүмеремдән нығ(ы)раҡ яратам!


Гөлиә Азаматова-Мукминова.

 

Фото: В. Иҫәндәүләтова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: